Биләмәлә полиция хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре эшләне. Изге байрам көнө мәсеттәрҙә халыҡҡа былау таратылһа, йорттарҙа ғаилә табыны ла ғәҙәттесә мул әҙерләнә. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Тәрилкәгә һалынған ашты ҡыҙҙар йүгереп тигәндәй өҫтәлгә ташый, көтөп алынған ҡунаҡтар алдына ултырта. Ураҙа Ғәйетендә өйҙә байрамса кәйеф, һәр кемдең йөҙөндә йылмайыу. Өфө районы Жуков ауылынан Килдебаевтар ғаиләһе туғандарын, күршеләрен төшкө табынға саҡырып, милли ризыҡтар менән һыйланы. Рамаҙан айы һынауын өлкәндәр еңел үткән, байрам көнө иһә йолаһына тап килтереп уҙғарыла.
Ураҙа байрамы ғаиләне генә түгел, тотош Ер шары мосолмандарын берләштереүсе көскә эйә. Өфөләге иман йорттары көн дауамында халыҡ менән тулы ине. Республиканың башҡа райондарынан да килеүселәр күп булды.
Изге Рамаҙан айында «Ғофран» мәсетендә мул табын менән ифтарҙар үткәрелгән. Ураҙа Ғәйетендә лә иртәнге вәғәз әйтелеп, намаҙ уҡылғас, барса халыҡ былауҙан ауыҙ итте. Ҙур ҡаҙанда ярты меңдән ашыу порция бешерелә.
Ураҙа байрамы иртәһен Туҡай мәсетендә ҡаршылаусылар ҙа күп булды. Вәғәз, Ҡөръәндең аят-доғаларын тыңларға йөҙҙәрсә кеше килде. Иман йортонда милләткә бүленеш юҡ. Мосолмандар бар ерҙә лә бергә һәм берҙәм. Ислам Хәҙрәт билдәләүенсә, ураҙаның тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ.
Бер ай дауамында сәхәргә уянып, намаҙҙар уҡып, ифтарға йыйылыу һәр кемдең күңелен изге хистәр менән байытҡан. Ураҙа тотоусылар билдәләүенсә, Рамаҙан айы быйыл айырыуса еңел үткән. Селлә, эҫе йонсотманы.
Ураҙа тотҡан яҡташтарыбыҙҙың барыһы ла быйыл ифтарҙарҙың күпләп ойошторолоуын билдәләй, иманға йәштәр ылығыуы күҙәтелә.
Гөлназ Хәйбуллина