Төбәк башлығы ҡушыуы буйынса иғлан ителгән сикләүҙәр 15 майға тиклем ғәмәлдә ҡала. Махсус режим сиктәрендә ауылдарҙа һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә янғынға ҡаршы рейдтар ҙа ойошторола. Режим сиктәрендә ниндәй талаптар ҡаралған һәм тәртип боҙоусыларҙы ниндәй яуаплылыҡ көтә? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Ҡапҡаларын асмаған хужаларға янғынға ҡаршы тәртип тураһында иҫкәрмәләр почта йәшнигенә һалына. Профилактика төркөмөнөң маҡсаты бер - уттан һаҡланыу ҡағиҙәләре менән һәр кем танышырға тейеш.
Янғынға ҡаршы рейд көн һайын тиерлек ойошторола. Бөгөн ҡотҡарыусылар Хыял ауылы халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә.
Талаптарға ярашлы, мунса мейесе алдындағы ямпа 50х70 сантиметр ҙурлыҡта булырға тейеш. Был хужаның мунсаһында шарттар янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тура килмәй. Ут сығыуға бында бер осҡон да етә. Ҡотҡарыусы аңлатыуҙарынан һуң, ул япманы алмаштырырға вәғәҙә итте.
Рейд барышында янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролмалар таратыу инде йолаға әйләнгән. Арзан ғына торған мини-сирена һәләкәт янағанда милекте һәм ғаилә ағзаларын бәләнән ҡотҡара ала. Ә ҡайһы бер граждандар категорияһына уны бушлай алырға мөмкин. Янғын хәүефһеҙлеге тураһында иң тәү сиратта балаларға еткереү мотлаҡ.
Республикала юғары янғын хәүефе һаҡлана. Был шарттарҙа республика башлығы янғынға ҡаршы махсус режим иғлан иткәйне. 15 майға тиклем төбәк халҡына баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә, тәбиғәт ҡосағында ут яғыу, урманға инеү тыйыла. Бигерәк тә май байрамдарында. Тәртип боҙоусыларҙы матди яуаплылыҡ көтә.
Урман янғындарына әүәлгесә кеше факторы, шул иҫәптән ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе. Шуға ла һәр беребеҙгә уяу булыу мөһим.
Рәзилә Ғиниәтуллина