Былтыр ғына ебәрелгән тиҙ йөрөшлө «Ҡарлуғас» поезы ярты миллионынсы пассажирын хеҙмәтләндерҙе. Бәхетле билетты Өфө-Абдулла йүнәлеше буйынса Айһылыу Пескарева һатып алған. Ханым бәләкәй ҡыҙы Анна менән Шишмә ауылына китеп барған. Пассажирҙарҙы «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» етәкселеге ҡотлап, гөлләмә һәм «Көнбайыш экспрессы»нда бер тапҡыр бушлай йөрөү өсөн сертификат бүләк итте.
Пассажирҙар тиҙ йөрөшлө «Ҡарлуғас»тың уңайлығын юғары баһаланы. Алты вагонлы состав пассажирҙарға алыҫ араны тиҙ ваҡытта үтергә мөмкинлек бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 3 «Ҡарлуғас» һәм 4 «Орлан» поездары төрлө йүнәлештә хәрәкәт итә. Тәүлегенә хеҙмәтләндерелгән 15 мең пассажирҙарҙың һәр өсөнсөһө тиҙ йөрөшлө локомотив менән файҙалана. Ике йылдан ошондай уҡ поезд Магнитогорск йүнәлешендә йөрөй башлар, тип күҙаллана.