Илеш районында милли көрәш буйынса асыҡ турнир уҙҙы

Йыл һайын ойошторолған ярыш ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Үҙ көсөн һынап ҡарарға республиканың тиҫтәнән ашыу төбәгенән 98 спортсы килде.

Бәйгене асыу тантанаһында көрәшселәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Риза Хәкимов һәм тыуған яғына ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар сәләмләне. Спортсылар ике тиҫтәнән ашыу ауырлыҡ үлсәмендә бил һынашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса келәм хужалары 8 тапҡыр пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Бынан тыш, Ауырғазынан - 5, Салауат районынан - 2 спортсы үҙ ауырлыҡ категорияларында беренсе урын яуланы. Чемпиондар араһында Өфө, Миәкә, Дыуан, Бишбүләк һәм Шаран районы батырҙары ла бар.