Яугирҙәргә йөк 37 машина менән килтерелде. Хәрбиҙәргә автомобилдәр, тәгәрмәсле мунсалар, аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ тапшырылды. Гуманитар йөк 14 районда тупланды. Шулай уҡ колонна менән Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү курстарын тамамлаған хәрбиҙәр килде, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.