Башҡортостанда ГТО тапшырған оло йәштәгеләр аҡсалата сертификат юллай ала

Спорт министрлығынан белдереүҙәренсә, 60 йәштән өлкәндәргә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн 10 мең һум тапшырыла. Сертификатты скандинавса атлау, йога, йөҙөү, аэробика, цигун менән шөғөлләнеү өсөн тотонорға була. Былтыр республикала 70 меңдән ашыу кеше физкультура-спорт комплексын тапшырған. Быйылдан ГТО нормативтарында үҙгәреш бар. 18 йәш төркөмө барлыҡҡа килде, алтын һәм көмөш билдәләр алыу өсөн талаптар артты.