Награда үҙ эшенең ысын оҫталары, һөнәрселәр, ауыл эшсәндәре, эшҡыуарҙар, ижади лидерҙарға тапшырыла. Еңеүселәр ете номинацияла иғлан ителә. Эштәрендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарҙы асыҡлау, башҡорт телен, мәҙәниәтте пропагандалау, һаҡлау һәм популярлаштырыу, халыҡ йолаларын, кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен үҫтереү - төп маҡсат, ти ойоштороусылар. Премияны тапшырыу тантанаһы бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә.