Башҡортостандың сәнәғәт туризмын үҫтереү буйынса стратегияһы илдә иң яҡшыһы

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, акселераторҙа Өфө менән Благовещендан һигеҙ предприятие ҡатнашты. Улар араһында ике индустриаль парк, «Полиэф» һәм арматура заводы, Павловка һыу электр станцияһы бар.

Бер нисә ай дауамында беҙ уҡыусылар һәм студенттар, инвесторҙар, ҙур делегациялар өсөн экскурсиялар ойошторорға, турҙар әҙерләргә өйрәндек. Алған тәжрибә һәм идеялар республиканың сәнәғәт туризмы стратегияһы нигеҙенә һалына. Әгәр хәҙер туристар өсөн Башҡортостандың 20 предприятиеһы асылһа, 2025 йылға улар дүрт тиҫтәгә етәсәк. Республикала сәнәғәт туризмы программаһының нисек эшләүен «Полиэф» та үҙем ҡараным. Был ысынлап та, бик ҡыҙыҡлы, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.