Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам барып етте

Сираттағы ылауҙы туплауҙа тиҫтәнән ашыу муниципаль берәмек, ойошмалар һәм ирекмәндәр ҡатнашҡан. Йөк машиналарында яҡташтарыбыҙ һорауы буйынса аҙыҡ - түлек, махсус ҡорамалдар, ағас материалдары һәм 36 берәмек автомобиль тейәлгән. Бер конвой менән бындай күләмдәге техника Башҡортостандан тәүге тапҡыр оҙатылды. Донбасҡа юлланыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.

Алыҫ юлға сығыр алдынан водителдәр етди инструктаж үтә. Бар талаптарҙы ла теүәл үтәргә, колоннанан артта ҡалмаҫҡа, ватылған осраҡта бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙырға. Хәйер, руль артындағыларҙың күбеһе был ҡағиҙәләр менән яҡшы таныш. Сөнки улар гуманитар ярҙам менән Донбасҡа беренсе тапҡыр ғына юлланмай. Ҡайһы берәүҙәре хатта, иҫәпте лә юғалтҡан.

Гуманитар ярҙамды туплағанда һәр ваҡыттағыса яугирҙарҙың ихтыяжы иҫәпкә алынған. Аҙыҡ-түлек, медикаменттар, мобиль мунсалар, махсус ҡорамалдар, шулай уҡ бронялы «Урал», «Газель», «УАЗ» һәм «Нива» автомобилдәре. Был ысын мәғәнәһендә вездеходтар автопоезы. Ҙур күләмдәге ылауҙы йыйыуҙа республиканың 14 муниципаль берәмеге ҡатнашҡан. Яҡташтарының ҡайнар сәләмен еткереү һәм борсоған һорауҙарҙы оператив хәл итеү өсөн Донбасҡа 7 хакимиәт башлығы ла юлға сыҡҡан.

Гуманитар ярҙамды оҙатып барыу өсөн ҡотҡарыусыларҙың ике экипажы йәлеп ителгән. Шулай уҡ ылау составында өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителгән бер нисә яҡташыбыҙ ҙа бар. Улар Өфөләге радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында квадрокоптерҙар менән идара итергә өйрәнгән. Республика халҡының ярҙамы Бөйөк Еңеү көнөнә оло бүләк булыр һәм ул яҡташтарыбыҙҙың хәрби хеҙмәтен еңелләштереп, тыуған Башҡортостандың йөрәк йылыһын еткерер тигән ышаныс тыуҙыра.

Илдар Байбулатов