Мәсетле районында төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе үтте

Ике көн дауамында барған конкурста иң көслө ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр асыҡланды, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Республика мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған сара башҡорт милли ҡоралында уйнауҙы һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Конкурстың гран-приһына быйыл Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин лайыҡ булды. Тулыраҡ киләһе репортажда.

Ус эсенә генә һыймалы музыка ҡоралынан күңелгә үтеп инерлек тылсымлы көй-моң ағылыуына ышанырлыҡ та түгел. Әммә ысынбарлыҡта ҡумыҙ-илаһи моң сығанағы, уға ҡоштар һайрауы ла, шишмә сылтырауы ла, тауҙар гөрһөлдәүе лә, хатта халҡыбыҙҙҙың бар аһ-зары ла һыйған. Ҡумыҙ башҡорт халҡының ғына түгел, төрки халыҡтарының милли инструменты булараҡ билдәле. Конкурстың тап Мәсетле районында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Ҡумыҙҙың данын Рәсәй, донъя киңлегенә сығарған оҫталар Мәсетле ерлегенән. Был музыка ҡоралы хаҡында һөйләгәндә тәү сиратта Робер Заһретдинов күҙ алдына баҫа.

Бөгөн Роберт Заһретдиновтың данлы ижад юлын яҡташтары, билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Энгельс Ғәлиәкбәров һәм башҡа сәхнә оҫталары дауам итә. Ә конкурс йылдан-йыл яңы исемдәр аса. Быйыл ул ҡунаҡсыл Мәсетле ерендә һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. Сарала Башҡортостан ҡала-райондарынан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән ҡумыҙ һәм өзләү оҫталары йыйылған. Ейәнсуранан Фуат Ҡужәхмәтов ҡумыҙҙа уйнауҙан тыш, үҙе музыка ҡоралын да эшләй.

Роберт Заһретдинов призына ҡумыҙсылар бәйгеһе тәүге тапҡыр 1994 йылда ойошторола. Конкурс үҙ һөҙөмтәһен бирә. Райондың йәш башҡарыусылары республика кимәлендә сығыш яһап, призлы урындар яулай. 2007 йылда бәйге район, артабан республика, ә 2011 йылда төбәк-ара кимәлгә күтәрелә. Бөгөн был сараны Мәсетле районының йөҙөн билдәләүсе тип әйтергә мөмкин. Баһалама ағзалары билдәләүенсә, һәләтле йәштәр күп, әммә мода артынан ҡыуырға, шоу яһарға ынтылырға ярамай. Ҡумыҙ уйнауҙың быуаттар буйы һаҡланған үҙ тәртибе бар.

Сара ике көн дауам итә, был конкурсты хәҙер ысын мәғәнәһендә ҡумыҙ, моң байрамы тип атарға мөмкин. Роберт Заһретдинов иҫән сағында уҡ ҡумыҙҙы Мәсетле районының визит карточкаһына әйләндерә Сәхнә оҫтаһы үҙенең бай ҡумыҙ коллекцияһын яҡташтарын тапшыра. Шуның нигеҙендә Мәсетле тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ҡумыҙ залы барлыҡҡа килгән. Бөгөн уны Ҡумыҙ музейы тип йөрөтәләр. Бында 300-ҙән ашыу ҡомартҡы, Ер шарының 30 иленән 70-тән ашыу төрҙәге ҡумыҙ, фәнни әҙәбиәт, фотолар, ҡумыҙ моңо яҙылған аудио һәм видеокассеталар, дисктар тупланған

Рәмзиә Кәримова