Башҡортостанда 42 район яҙғы баҫыу эштәрен башлаған.

Быйыл яҙ иртә килеү сәбәпле, ҡыр эштәре лә ваҡытынан алда башланған. Әле республикала 120 мең гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы, 10 мең гектарҙа ашлыҡ культуралары сәселгән. Иглин районында техника баҫыуҙарға сыҡҡан. План буйынса муниципаль берәмектә 13 мең гектар майҙанды һөрөү һәм сәсеү ҡаралған.