Ял көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бөгөн йәрминкәләр Эшсе хәбәрселәр урамындағы 20-се йорт эргәһендә һәм Дим биҫтәһендәге Хәҡиҡәт урамында үтте. Сауҙала һөт, ит, консерваланған йәшелсәләр, бал, көнбағыш майы һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим ителде.

Һатып алыусылар крәҫтән-фермер хужалыҡтарында етештерелгән ризыҡтарҙың экологик яҡтан сифатлы булыуын билдәләй. Өҫтәүенә, хаҡтар ҙа магазиндарға ҡарағанда түбәнерәк. Шулай уҡ кәштәләрҙә сәскә, йәшелсә, емеш-еләк үҫентеләре бар. Баҡса миҙгеле башланып торғанда үрсетмәләр айырыуса һорау менән файҙалана. Йәрминкәләр йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан 4-кә тиклем эшләй.