Өфөлә сыуаш мәғрифәтсеһе Иван Яковлевтың тыуыуына 175, Павел Миронов исемендәге сыуаш Йәкшәмбе мәктәбенә 30 йыл тулыу уңайынан тарихи-мәҙәни саралар үтә. Байрамға һәүәҫкәр ансамбль һәм ижади төркөмдәр тарафынан бай йөкмәткеле тамаша әҙерләнде. Сыуаш телендә йырҙар яңғыраны, шиғырҙар уҡылды, милли үҙенсәлекте сағылдырған бейеүҙәр башҡарылды.
Башҡортостанда 120 меңгә яҡын сыуаш вәкиле иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе Ауырғазы районында, Өфөлә, Стәрлетамаҡта йәшәй. Республикала сыуаш телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн республикала даими саралар, конкурстар, милли байрамдар, күргәҙмәләр ойошторола. Баш ҡалала эшләп килгән сыуаш Йәкшәмбе мәктәптәрендә меңдән ашыу бала белеп алып туған телен өйрәнә.