Республикала йылытыу миҙгеле тамамлана

Бөгөндән Өфөлә  йылы биреү туҡтатыла. Тейешле ҡарарға ҡала мэры Радмир Мәүлиев ҡул ҡуйған. Биш көн рәттән уртаса тәүлек һауа температураһы +8°C булһа, йылытыу миҙгелен тамамлау тураһындағы ҡарар ҡабул ителә.