Мәскәү - Ҡазан - Екатеринбург. Яңы магистралдең бер өлөшө Башҡортостан аша үтәсәк. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша төҙөлә башлаған юл участкаһы менән таныштырҙы. Эште 2024 йыл аҙағына тамамлау күҙаллана.
«Ер ҡатламы ҡатмарлы, һаҙлыҡтар бар, шуға яңы технологиялар ҡулланырға тура килә», -тип яҙған төбәк башлығы. Төҙөүселәр ерҙе нығытып, ышаныслы нигеҙ әҙерләй. Урыны менән тәрәнлеге 14 метрға еткән свайҙар ҡағылған. Юл республиканың биш ауылы - Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсәнде урап үтеп, республиканың райондарын үҙ-ара берләштерәсәк. Шул уҡ ваҡытта яңы участка илдең мөһим транспорт артерияһы буласаҡ.