Был туралағы ҡарарға баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған. Документ һуңғы көндәрҙә уртаса һауа температураһы 8 градустан юғары булыуға бәйле ҡабул ителгән. Үҙгәреш үҙәкләштерелгән йылытыу системаһына тоташтырылған йорттарға ғына ҡағыла.
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда тағы ла йылыта. Синоптиктар билдәләүенсә, һауа температураһы көндөҙ 17 градустан 23 градусҡа тиклем күтәрелһә, төндә 5-12 градус йылы булып тип көтөлә. Шаршамбы көслө ел сығыуы, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.