Уны 127 350 кеше башланғыс, 142 858-һе - иркен аралашыу кимәлендә һәм 70 125-е - төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған. Акция 20 апрелдә онлайн һәм офлайн форматта ойошторолғайны. Яҙма эшкә Башҡортостан халҡы ғына түгел, ситтә йәшәүсе милләттәштәр ҙә әүҙем ҡушылды. «Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы» девизы аҫтында йыл да ойошторолған күләмле сара яғымлы һәм бай тарихлы телде һаҡлау, уның бәҫен күтәреү, танытыу һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.
Акция 2015 йылда Башҡорт дәүләт, заманса Өфө фән һәм технологиялар университеты башланғысы менән ойошторола. Диктант яҙыусылар йылдан йыл арта, былтыр яҙма эштә 330 меңдән ашыу кеше ҡатанашҡан. Быйыл ул Милли кейем көнө сиктәрендә үтте. Диктант белемде тикшереү сараһы ғына түгел, милләтттәштәрҙе берләштереүсе, башҡорт зыялыларын бергә туплаусы уртаҡ байрамға әүерелде.