Быйыл да конкурс береһенән-береһе сәмле һөнәр оҫталарын берләштерҙе. Тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әйләнгән бәйге тураһында киләһе сюжетта.
Районда традицияға индерелгән был һөнәри конкурс быйыл да 20 йәштән алып 40 йәшкә тиклемге белгестәрҙе бер сәхнәгә йыйҙы. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты хеҙмәтләндереү, телевидение өлкәһендә эшләүселәр 4 этаптан торған ярышта һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте,үҙ эшенең бар нескәлектәрен, башҡа һәләттәрен тамашасыға еткерҙе.
Конкурс йәш белгестәр араһында йылдан ‐йыл популярлыҡ яулай. Бында ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа бар. Илнур Исмәғилевтың ҡатыны Әлфинә Исмәғилева 2022 йылда уңышлы сығыш яһай, тормош иптәшенең икенсе йыл рәттән был конкурста ҡатнашыуында уның өлөшө ҙур.
Ярышта ҡатнашыусылар өсөн залда коллегалары, туғандары, дуҫтары ихлас янып ‐ көйөп дәртләндереп ултырҙы. Сөнки конкурсың шартына ярашлы был да өҫтә мә баһа бирә. Бар талаптарҙы теүәл үтәп «Эшсе‐2023» исеменә Баймаҡ ҡалаһының 4 лицей уҡытыусыһы Ирбулат Тайбугин һәм район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эше буйынса белгес Дилә Ишмөхәмәтова лайыҡ булды.