Һыбай килеш 140 сантиметрға тиклем бейеклектәге ҡаршылыҡтарҙы үтергә илленән ашыу кеше теләк белдергәйне. Еңеүселәр төрлө йәш арауығында билдәләнде. Башҡортостандың спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған сара ябыҡ манежда уҙғарылды, киләһе турнирҙарҙы асыҡ ерҙә үткәреү планлаштырылған.
Ырымбур өлкәһенән Юлия Полушкина «Бриллиант» ҡушаматлы аты менән уңышлы сығыш яһап, турнирҙың һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.