«Башҡорт-Белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса туристарҙың тәүге төркөмө сәйәхәткә оса

Был турала төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов оператив кәңәшмә барышында билдәләне. Өлкән йәштәге 46 кеше өсөн һигеҙ көнгә иҫәпләнгән танып-белеү, мәҙәни программа әҙерләнгән. Ведомство етәкселеге мәғлүмәттәренә ярашлы, программа буйынса Белоруссияға барлығы 1333 кеше сәфәргә сығасаҡ.