Уларҙың исемдәре «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән концертта иғлан ителде. Телепремия халҡыбыҙҙың иң уңғандарына - үҙ эшенең оҫталарына, һөнәрселәргә, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, ижади лидерҙарға, шулай уҡ уңышҡа өлгәшкән ғаиләләргә тапшырылды. Бүләкләү тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ҡурай моңо - халыҡтың үткәне, тыуған ергә һөйөү, милли үҙенсәлек сағылышы. Өсөнсө йыл рәттән «Ҡурай» аҫыл замандаштарыбыҙҙы данлай. Төрлө һөнәр эйәләре, башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлаусылар, халыҡ традицияларын, һөнәрҙәрен үҫтереүселәр «Ҡурай даны» милли телепремияһы менән бүләкләнде. Быйыл бәйгегә 200-ләп ғариза ебәрелгән, улар араһынан 40 ҡатнашыусы һайлап алына. Иң-иңдәрҙе асыҡлау өсөн һәр герой тураһында фильмдар төшөрөлөп күрһәтелде.
«Ер кешеһе» номинацияһында еңеүсе Миңзиә Хатипова һөнәре буйынса иретеп-йәбештереүсе. Үҙенә тыныс урын булдырып шунда йәшәргә, ҡунаҡтар саҡырып һыйларға тигән ниәт менән Бөрйән районында төпләнә. Ләкин Миңзиә Рауил ҡыҙы уйлағанса ғына килеп сыҡмай. Әле ул турбаза етәкләй, йылда йөҙләгән туристы Башҡортостан тәбиғәте менән таныштыра.
«Ҡурай даны» премияһына дәғүә итеүсе һәр герой тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә мөмкин. Металлург Азат Хәйбуллин ун йыл элек тимер эшен ағасҡа алмаштыра. 51 йәшемдә һөнәремде үҙгәртеп, сувенирҙар эшләй башлармын тип башыма ла килмәгәйне, ти ул. Учалы ҡалаһынан Азат Мөбәрәк улы «Ҡул оҫтаһы» номинацияһында көсөн һынаны.
Милли телевизион премия “Ҡурай” йыр-моң телеканалы башланғысы менән булдырылған. Өс йыл дауамында көмөш миҙалға лайыҡ булыусыларҙың һәр береһе ғорурлыҡ тойғоһо уятырлыҡ. Быйыл еңеүселәр 8 номинацияла бүләкләнде.
«Ҡурай даны» премияһы геройҙарына ихтирамын сәхнә йондоҙҙары ла белдерҙе. Улар сараны йыр-моңға күмде. Тантаналы тамашаның яҙмаһын Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында - 1 майҙа беҙҙең телеканалда ҡарағыҙ.
Әлфинә Килдейәрова