Өфөлә Башҡортостостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы дауреаты Роберт Заһретдинов менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостанлың халыҡ артисы Рәүилә Хәзиеваларҙың исемдәре мәңгеләштерелде. Бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡубыҙсы-мультинструменталист Роберт Заһретдинов һәм уның тормош иптәше Рәүилә Хәзиева йәшәгән Пушкин урамы, 120-се йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ беркетелде.
Рәүилә Хәзиева «Оҙон сәс», «Һалдат ҡайтты», «Биҙрә менән бейеү», «Зарифа», «Ҡороҡсолар»бейеүҙәрен сағыу башҡарыу оҫталығы менән дан ҡаҙана. Һөнәри майҙандарҙа ла юғары уңыштарға ирешә. Донъяның 30-ҙан ашыу илендә тамашасы һөйөүен яулай. Витруоз ҡубыҙсы Роберт Заһретдинов ҡумыҙҙы профессиональ кимәлгә күтәреп, халыҡ-ара даирәлә уңыш ҡаҙана. Оҙаҡ йылдар милли сәнғәткә тоғро хеҙмәт итеүсе шәхестәр эшен бөгөн уҡыусылары лайыҡлы дауам итеүе ҡыуаныслы.