Төбәктә йылытыу миҙгеле тамамлана

Республикала йылытыу миҙгеле тамамлана, юлдағы соҡорҙарҙы ямау эштәре билдәләнгән күләмдең яртыһынан күберәк өлөшөндә теүәлләнгән, ә Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы 1 декабргә тәүге пациенттарын ҡабул итергә тейеш. Был Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән аҙналыҡ хөкүмәт кәңәшмәһенең төп темалары. Ултырыш барышында шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһенән республикаға ялға ҡайтҡан бер төркөм мобилизацияланған яугирҙар бүләкләнде һәм Башҡортостандан дүртенсе ирекле бататльондың хәрби әҙерлек үтеү урынына оҙатыу ваҡыты аталды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин.

Башҡортостан ташҡын миҙгелен имен үткәрҙе. Ҙур йылғалар ярҙарынан сыҡманы. Ташҡын күренештәре күҙәтелмәне. Был турала оператив кәңәшмәлә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров телмәр тотто. Әммә көндәрҙең ҡоро тороуына бәйле әле, ут сығыу хәүефе юғары. Башҡортостан башлығы урман янғындарын булдырмау өсөн көстәрҙе йәлләмәҫкә ҡушты.

Апрелдең һуңғы аҙнаһында һауа торошо аяҙ һәм яуыш-төшөмһөҙ булыр тип күҙаллана. Көндөҙгө сәғәттәрҙә уртаса һауа температураһы 20 градусҡаса күтәрелер тип фаразлана. Федераль закон нигеҙендә 5 тәүлек дауамында 8 градустан йылыраҡ булған осраҡта, йорттарға һәм социаль учреждениеларға йылы биреү туҡтатыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова билдәләүенсә, был аҙнала 14 муниципаль берәмектә йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында ҡарар раҫланған. Башҡортостан башлығы был йүнәлештә әүҙемерәк эшләү кәрәклеген билдәләне.

Республика юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау буйынса миҙгел эштәре әүҙем бара. Әлегә билдәләнгән күләмдең 56 проценты ремонтланған. Июнь урталарына Баймаҡ районында яңы асфальт-бетон заводы ҡорола. Ул Сибай-Аҡъяр юлын төҙөкләндереү өсөн ҙур этәргес көс бирәсәк тип билдәләне Башҡортостандың юл һәм транспорт хужалығы министры Александр Клебанов. Баймаҡ районындағы тағы бер төҙөлөшкә этәргесте Башҡортостан башлығы оператив кәңәшмәлә шәхсән бирҙе. Радий Хәбиров балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн тамамлап, 1 декабргә тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә ҡушты.

Башҡортостанда баҫыу эштәре лә ҡыҙа бара. Әле күпселек төбәктәрҙә дым ҡаплау һәм ер эшкәртеү тулыһынса тиерлек тамамланған, 45 район яҙғы сәсеүгә төшкән. Хужалыҡтар орлоҡ менән тулы күләмдә тәьмин ителгән тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә булды. Ошо маҡсатта ҡаҙнанан 4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән тип билдәләне хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Лира Иғтисамова

Коллектив көнбайыш баҫымы һәм Украина фашизмына ҡаршы ҡулына ҡорал тотоп көрәшкән яҡташтарыбыҙ оператив кәңәшмәлә бүләкләнде. Алғы һыҙыҡтан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙың береһенә Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

Был аҙнала Башҡортостандан дүртенсе ирекле батальон күнекмә үтеү майҙанына юллана. Радий Хәбиров Даян Мурзин исемендәге хәрби берәмекте оҙатыу сараларын тейешле кимәлдә ойошторорға ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ республикала тимер юлы пассажир транспортын үҫтереү һәм туризм өлкәһендәге яңы проекттар буйынса ла фекер алышынды. Был аҙнала «Башҡортостан оҙон ғүмерелегеге» программаһы буйынса тәүге 46 өлкән йәштәге турист Белоруссияға сәфәр сыға.

Рафиҡ Әхмәтшин