Яугирҙарҙы хәрби әҙерлек урынына оҙатыу тантанаһы 26 апрелдә Совет майҙанында үтер, тип көтөлә. Бөгөн һалдаттар тантанаға әҙерләнеү күнекмәләренә юлланды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Башҡортостандың ирекле батальондар туплау штабында әүҙемлек. Майҙанға республиканың төрлө район-ҡалаларынан билдәле «Ҡара генерал» Даян Мурзин исемен йөрөткән батальон сафына баҫасаҡ ир-егеттәр ағыла. Ирекмәндәрҙең төп өлөшө - 45 йәштән өлкән уҙамандар. Йәштәр ҙә юҡ түгел. Яугирҙарҙы туғандары ҡыҫып ҡосаҡлай, ҡеүәтләү һүҙҙәрен еткерә.
Ирекмәндәр араһында «Еҙем» ҡушаматлы яугир ҙа бар. 50-не уҙған уҙаман махсус хәрби операция биләмәһенә икенсегә юлланырға теләй. Ике йыллыҡ хәрби хеҙмәтен ул Һауа-десант ғәскәрҙәрендә үткәргән. Афғанстан биләмәһендәге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан. Ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән яугирҙар бында аҙ түгел.
Даян Мурзин исемендәге батальон махсус хәрби операция биләмәһенә күнекмәләр үткәндән һуң, юлланасаҡ. Оҙатыу тантанаһы ике көндән, Совет майҙанында үтер, тип көтөлә. Ике көн дауамында һалдаттарҙы хәрби кейем менән тәьмин итеү, тигеҙ сафта атларға өйрәтеү ҡаралған.
Яугирҙарҙы оҙатыу сараһында дин әһелдәре лә ҡатнашты. Мосолман һәм православ христиан вәкилдәре һалдаттарҙың имен-һау ҡайтыуын теләп, доға ҡылды.
Башҡортостан - батырҙар төбәге. Ошо көндәрҙә сираттағы «Төньяҡ амурҙары» халыҡ батальонына ла ирекмәндәр туплау дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат.рф порталы йәки 117 ҡыҙыу линияһы телефоны аша танышырға мөмкин.
Рәзилә Ғиниәтуллина