Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү миҙгеленә бәйле, 25 апрелдән 5 июнгәсә сикләүҙәр индерҙе. Был осорҙа балыҡты ярҙан ҡармаҡлау рөхсәт ителә. Талапты инҡар итеүселәргә ҙур күләмдә штраф һалыу, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. «Асылыкүл» тәбиғәт паркы инспекторҙары беҙҙең ижади төркөм менән берлектә сираттағы рейдҡа сыҡты. Журналистар күлдә көндөҙ ҙә, төнгө сәғәттәрҙә лә эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Оҙон ҡуңыслы итек, ҡотҡарыу жилеттары һәм бинокль. Көн, төн тип тормай «Асылыкүл» тәбиғәт паркы инспекторҙары дежурға сыға. Төп маҡсат Башҡортостандың иң ҙур күлен браконьерҙарҙан ҡурсалау. Ә улар, ҡыҙғанысҡа, юҡ түгел. Яҙ уянған талпан кеүек, Асылыкүлдең әле бер, әле икенсе ярында балыҡҡа ау һуҙа.
Якорь кәмәне һыуҙа тотоу өсөн ҡулланмай, ә киреһенсә браконьер селтәрҙәрен йыйыуҙа файҙаланыла. Йыл башынан күлдән сығарылған ау оҙонлоғо мәҫәлән, ике саҡрымға тиклем барып етә. «Асылыкүл» тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре был осраҡта күп йыллыҡ эшенән бигерәк, һиҙгерлек һәм заманса махсус ҡорамалдарға таяна.
Инспекторҙарҙың эш көнө, ғөмүмән, нормаға һалынмаған. Төнгө ҡарауылға бигерәк тә йыш сығырға тура килә. Был тәңгәлдә шулай уҡ махсус ҡоролмалар ярҙам килә. Уның менән һыу аҫтындағы фонарҙар яҡтылығын да шәйләргә мөмкин.
Ирҙәрҙең береһе үҙен насар тойоуҙы сәбәп итеп, балыҡ тотоуҙы туҡтатып тороуға һылтанды. Әммә бер нисә минуттан үҙе үк тәбиғәт паркы инспекторҙары менән бәхәскә инде.
Балыҡсыларҙың үҙҙәре менән тотолған табыштары булмай сыҡты. Төнгө һунарҙарын да улар Асылыкүлгә йөҙөргә килеүҙәре менән аңлатты.
Инспекторҙар ваҡиға урынына полиция саҡыртҡан арала, балыҡсылар шунда уҡ ҡасыу яғын ҡараны. «Асылыкүл» тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, балыҡсылар табышын, һуңынан килеп алмаҡ булып, һыу аҫтында йәшереп ҡалдырыуҙы, йә ҡыуаҡ араһына ырғытыуҙы хуп күрә. Ошо рәүешле улар йәнәһе лә дәлилдәрҙән ҡотолоп маташа.
Тағы бер һыу аҫтында балыҡ тотоусылар төркөмөнә инспекторҙар күлдең ҡаршы ярында юлыҡты. Улар икенсе көн балыҡ тотоуын, ни бары бер нисә һула, табан һәм алабуға ғына эләгеүен белдерҙе. Әлбиттә, инспекторҙар ҡоро һүҙгә ышанып бөтмәй. Табыш полиция күҙәтеүендә урында уҡ үлсәнде. балыҡсылар һаны буйынса бер кешегә тәүлек норма 10 килограмдан да артмаҫҡа тейеш.
Күптән түгел Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Ҡариҙел районында рөхсәтһеҙ балыҡ аулаусы ике кешене ҡулға алды. Улар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Шулай уҡ кәмәләре менән бергә, балыҡ тотоу ҡоралдары ла тартып алынды.
Азат Ғәлиуллин