25 апрелдә сыуаш теле көнө билдәләнә

Күп милләттәрҙе берләштергән Башҡортостанда сыуаш теле көнө уңайынан тарихи-мәҙәни саралар үтә. Өфөлә Сыуаш республикаһы делегацияһы Йәкшәмбе мәктәбенең 30 йыллыҡ юбилейында ҡатнашып, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында булды. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Флорида Ким яҙмаһында.

Уҡытыусыны иғтибар менән тыңлап һәр һүҙҙе ҡабатлаған малай-ҡыҙҙар сыуаш телен өйрәнә. Башҡортостанда тыуып үҫкән балалар Сыуаш республикаһынан алыҫ йәшәйҙәр, әммә һәр милләт туған телен белеп үҫеп, әсә телендә аралашырға хоҡуҡлы. Рәсәйҙә сыуаш теле көнөнә ярашлы, был көн телде үҫтереүгә булышлыҡ иткән ғалим, филолог Иван Яковлевтың тыуған көнө менән тура килә. Байрам уңайынан Башҡортостанда үткән юбилей сараларында Сыуаш республикаһы делегацияһы ҡатнашты.

Беҙ Башҡортостан менән дуҫтарса мөнәсәбәттә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Стәрлетамаҡта беҙҙең институттың филиалы бар, шуға ла даими уртаҡ саралар үткәрәбеҙ. Сыуаш теленә арналған байрамға яңы йыйынтыҡтар алып килдек. Был китаптарҙа сыуаш халҡының фольклор әҫәрҙәре, йырҙары, мәҡәлдәре тупланған.

Галина Ильина, Сыуаш дәүләт гуманитар институтының әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәре

Сыуаш теле - төрки телдәрҙең береһе. Сыуашстандың дәүләт теле Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар, Ульяновск өлкәләрендә лә киң таралған. Башҡортостанда cыуаш телен уҡытыу 27 мәктәптә һәм 4 мәктәп филиалында алып барыла.

Чебоксарҙа яҡташтарым алдында сығыш яһағанда һәр ваҡыт Башҡортостанды өлгө итеп күрһәтәм. Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәр берҙәмлеге, тел өсөн янып йәшәүе менән айырыла. Башҡортостанда сыуаш телен һаҡлау, уны балаларға өйрәтеү өсөн шарттар булдырылған.

Рәйсә Сәрби, Сыуаш Республикаһының халыҡ шағиры

Башҡортостанда 120 меңгә яҡын сыуаш вәкиле иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе Ауырғазы, Шаран, Бишбүләк райондарында, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Бәләбәйҙә төпләнгән. Республикала сыуаш телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн даими осрашыуҙар, конкурстар, милли байрамдар, күргәҙмәләр ойошторола. Баш ҡалала эшләп килгән сыуаш Йәкшәмбе мәктәптәрендә меңдән ашыу бала белем ала.

Сыуаш Йәкшәмбе мәктәбе асылыуға быйыл 30 йыл һәм ошо йылдар дауамында учреждениены Иван Тарасов етәкләй. Сыуаш мәҙәниәтен үҫтереүгә, телде һаҡлауға ҙур өлөш индергән педагог ҡатнашлығында милләт-ара дуҫлыҡ көсәйә, ике арала яңынан-яңы проекттар барлыҡҡа килә.

Йылдар үтеү менән берҙәмлектең, милләт-ара дуҫлыҡтың әһәмиәте арта. Ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа ла, көрсөк осоронда ла беҙ бергә булырға тейешбеҙ. Тел киләсәге, милләт киләсәге беҙҙең ҡулда. Булған белемде балаларға еткереү өсөн файҙалы эштәр бөгөн башҡарыла.

Иван Тарасов, П. Миронов исемендәге сыуаш йәкшәмбе мәктәбе директоры

Дүрт быуат элек Башҡортостанда төпләнгән сыуаштар күп милләтле республиканың айырылғыһыҙ, сағыу бер өлөшө. Халыҡ иҫәбе буйынса сыуаш милләте күп булмаһа ла улар бай мәҙәниәтен, үҙенсәлеген һаҡлап был мираҫты йәштәргә тапшырыу өсөн ҙур һәм яуаплы эш алып бара.

Флорида Ким