Тәүге төркөм оло йәштәгеләр Белоруссияға юлланды. Башҡорт һәм Беларусь оҙон ғүмерлелеге программаһы сиктәрендә 45 кеше сит илдә ял итеп ҡайтасаҡ. Һигеҙ көнлөк сәйәхәт төрлө яҡлы экскурсиялар менән байытылған. Сәфәргә сығыусыларҙы БЮТ хәбәрселәре лә оҙатты.
Йомро-йомро йомғағым, алдан китсе тәгәрәп. Юҡ, йомғаҡты сәйәхәтселәр юл күрһәтеү өсөн ҡулланмай. Уйын аша сәфәргә сығыусылар бер-береһе яҡыныраҡ таныша. Сөнки киләһе аҙнаны уларға бер ғаиләләй үткәрергә тура киләсәк.
Ә кемдең ҡайҙан килеүенә ҡарап тотош Башҡортостан картаһын төҙөргә мөмкин. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың ҡайһы берҙәре үҙ районы сиктәренән дә бик һирәк сыға. Шуға күрә сит илгә осоу ҙур ҡыуаныс һәм көслө тулҡынланыу ҙа.
Сәйәхәттән һәр кем үҙенсә тәьҫораттар көтә. Берәүҙәр йырҙа йырланған Беловежье ҡарурманды, икенселәре донъяға билдәле зубрҙарҙы барып күрергә хыяллана. Ә бына ауылдарҙан килгән хужабикәләргә тормош иптәштәре үҙ өгөт-нәсихәтен әйтеп ебәргән. Күптәр мотлаҡ Беларус тракторы йыйылған заводты барып күрергә теләк белдерҙе.
Ә программала ысынлап та, машиналар төҙөү объекттарын барып күреү ҡаралған. Ғөмүмән, яҡташтарыбыҙға киләһе аҙнала күңелһеҙләнеп ултырырға форсат булмаясаҡ.
Кемдер уҡытыусы, берәүҙәр тәрбиәсе, бәғзеләре табип булып эшләгән, әммә уларҙың барыһын да хаҡлы ялда тигән статус берләштерә. Ләкин пенсионер хеҙмәт йәшенән сыҡҡан тигәнде генә аңлатмай, ә дәрәжә лә, ти сәйәхәтселәр. Шуға күрә улар өсөн тормош башлана ғына.
Хәйер, хаҡлы ялдағылар рәхмәт һүҙҙәрен шәхсән еткерә алды. Белоруссияға юлланыусы тәүге төркөмдө Радий Хәбиров үҙе оҙатты.
Республика башлығының оҙата килеүе самолетҡа тәүге тапҡыр ултырыусыларҙың тулҡынланыуын бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. Ни бары ике сәғәт ярымдан сәйәхәтселәр Белоруссияла буласаҡ.
Айнур Кәбиров