Фиҙаҡәр хеҙмәткә - лайыҡлы баһа. Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында Мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Раил Әсәҙуллинды 70 йәше менән ҡотлап «Башҡортостанда күрһәткән хеҙмәте өсөн» орденын тапшырҙы. Юбилей айҡанлы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла иҫтәлекле саралар үтте. Уҡыу йортонда Раил Мирвай улы исемендәге кабинет асылды, билдәле ғалимдың яңы китабының исем туйы үтте. Билдәле ғалимдың мәғариф тармағын үҫтереү буйынса эшмәкәрлеге хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бар ғүмерен фәнгә арнаған ғалим был юлы кафедра артында түгел, тыңлаусылар сафында. Сөнки бөгөнгө сара уның 70 йәшлек юбилейына арналған. Уҡыу йорто Раил Әсәҙуллиндың юбилейына иҫтәлекле бүләк әҙерләгән, педагогия университетында ғалим исемендәге кабинет асылды. Раил Мирвай улының да коллегаларына әйтер һүҙе бар. Педагогтар өсөн өҫтәл китабы булырҙай «Киләсәк өсөн белем» йыйынтығы.
Педагог, ғалим, сәйәсмән, остаз. Раил Әсәҙуллин сығышы менән Шишмә районынан, әммә ярты быуатҡа яҡын ғүмере Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бәйле. Ул тап ошо уҡыу йортонда аспиранттан ректорға тиклем хеҙмәт юлы үтә. Вуздың элекке ректоры Эдуард Хәмитов әйтеүенсә, Раил Мирвай улына студент саҡтан ҙур өмөттәр бағлана.
Раил Әсәҙуллин 100-гә яҡын ғилми хеҙмәт, 5 монография авторы. Ғалимдың хеҙмәттәштәре, аспиранттары әйтеүенсә, уларҙың һәр береһен педагогтарҙың өҫтәл китабы тип әйтергә мөмкин. Әлеге заманда мәғариф системаһы етди үҙгәреш кисерә. Ошондай һынылышлы мәлдә абруйлы ғалимдың, тәжрибәле педагогтың кәңәше, йүнәлеш биреүе, мөһим, ти кафедра мөдире Сәлимә Таһирова.
Раил Әсәҙуллин һуңғы йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай комитетын етәкләй. Парламенттың бөгөнгө ултырышында Республика Башлығы Раил Мирвай улына «Башҡортостанда күрһәткән хеҙмәте өсөн» орденын тапшырҙы. Юғары дәүләт наградаһы бар ғүмерен мәғарифты үҫтереүгә арнаған шәхестең эшмәкәрлегенә лайыҡлы баһа. Киләсәккә нигеҙ уҡытыусы тарафынан һалына, был иң яуаплы һәм мәрхәмәтле һөнәр, ти юбиляр.
Рәмзиә Кәримова