Башҡортостан ял паркттарында урынлашҡан күңел асыу ҡоролмаларының техник торошо тикшерелә башланы

Барлығы ярты меңдән ашыу объектта Евразия иҡтисад союзының техник регламент талаптары теүәл үтәлергә тейеш. Контролгә алынған аттракциондарҙың күбеһе ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә урынлашҡан. Уларҙың техник мөмкинлектәрен аккредитация үткән һынау лабораториялары баһалай. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда күңел асыу ҡоролмалары алты ойошма белгестәре тарафынан тикшерелә. Өфөнөң Яҡутов паркында урынлашҡан яңы аттракциондарҙа ла бер нисә етешһеҙлек асыҡланды, уларҙы бөтөрөү бурысы ҡуйылды.

Аттракциондарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү - эшмәкәрлектең тәүмаҡсаты. Шуға күрә беҙ йыл һайын Краснодарҙан сертификация үткән махсус хеҙмәт белгестәрен саҡырабыҙ. Улар күңел асыу ҡоролмаларының техник торошона баһа бирә.

Алексей Герасимов, күңел асыу комплексы идарасыһы

Дәүләт стандарттарына ярашлы, аттракцион ҡоймаһы махсус ҡоралдар ярҙамында ғына һүтелергә тейеш. Ә бында инеү менән етешһеҙлек таптыҡ - ҡойма нығытылмаған. Тағы ла бер иҫкәртеү яһалды - платформанан төшкән урындың ситен ҡыҙыл төҫ менән билдәләргә кәрәк. Сөнки ял итеүселәр баҫҡысты күрмәүе ихтимал.

Артем Бережнов, аттракциондар хәүефһеҙлеге буйынса үҙәк хеҙмәткәре

Аттракциондарҙың техник торошо йылына бер тапҡыр тикшерелергә тейеш. Ваҡытлыса урынлаштырғанда ла, билдәләнгән тәртип буйынса теркәү үтеү талап ителә. Шул уҡ ваҡытта көн дә техник хеҙмәтләндереү ойоштороу мотлаҡ. Ҡулланыусыларға тәртип - ҡағиҙәләр буйынса мәғлүмәт стенды ҡуйыу, һаулыҡ, йәш, буй, ауырлыҡ буйынса сикләүҙәр ҙә асыҡ булырға тейеш.