Рәсәйҙә иғлан ителгән Остаз һәм педагог йылы сағыу ваҡиғалар менән тулылана бара

Ошо көндәрҙә Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында мәғариф учреждениеһына төрлө йылдарҙа етәкселек иткән директорҙарға арналған тантаналы кисә үтте. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Айгөл Усманова әҙерләгән яҙмала.

Абруйлы белем усағының йылъяҙмаһында сағыу ваҡиғалар күп. Шулай ҙа 80 йылға яҡын тарихы булған гимназияла уға төрлө йылдарҙа етәкселек иткән остаздар менән бергәләп осрашыу уҙғаны юҡ ине. Ильяс Вәлиев, Фәнзил Санъяров, Әлфир Ғайсин, Ләйсән Фазлетдинова - гимназия-интернатты һуңғы дүрт тиҫтә йылда етәкләгән сағыу шәхестәр.

Осрашыу гимназияның әлеге етәксеһе Илнур Сәлихов менән арҙаҡлы директорҙарҙың әңгәмәһе рәүешендә ойошторолдо. Ваҡытлыса үҙенсәлекле студияға әйләнгән сәхнәлә алып барыусының һорауҙарына ике яҙыусы, педагог-новаторҙар яуап бирҙе. Филология фәндәре кандидаты, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика Хөкүмәт премияһы лауреаты Фәнзил Санъяров етәкселек иткән осорҙа белем усағының яңы корпусына нигеҙ һалына. Ғөмүмән, остаздарҙың һәр ҡайһыһы интернат тарихына үҙгәреш индерә.

Педагогия фәндәре докторы Ильяс Вәлиев - 400-ҙән ашу ғилми-методик мәҡәлә һәм 30-лап китап авторы. Рәсәй педагогик һәм социаль фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Рәсәй мәғариф, фән һәм юғары мәктәбе почетлы хеҙмәткәренең әҙәбиәт ғилемен үҫтереүҙә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүҙә лә өлөшө ҙур. Һәм тап Ильяс Вәлиевтың тырышлығы менән гимназияға Рәми Ғариповтың исеме бирелә. Легендар директорҙы зал аяғүрә алҡышланы.

Директорҙар осрашыуы гимназия-интернат тарихына көтөп алынған сағыу ваҡиға булып инәсәк. Киләсәктә бындай сараларҙы өс йыл һайын уҙғарып торорға килешелһә лә, ғәмәлдә уларҙың йышыраҡ буласағы әленән үк тойола. Сөнки тап ошондай сараларҙа «Интернатым - пар ҡанатым» тигән гимн һүҙҙәре тәрән мәғәнәһе асыҡ сағыла.

Айгөл Усманова