Атайсалға изге эш йылы айҡанлы «Юлдаш» радиоһы ауыл биләмәләре араһында махсус конкурс ойошторҙо

Йылайыр районы Юлдыбай ауылы ярышҡа беренселәрҙән булып ҡушылды һәм ете меңгә яҡын тауыш йыйып, тәүге этапта еңеү яуланы. Юлдаштар шәп тамаша әҙерләп, еңеүсе ауылда йәшәүселәргә рух һәм күңел байрамы бүләк итте.

Юҡҡа ғына «Юлдаш» каналын берләштереүсе радио тип атамайҙар. Йылайыр районы Юлдыбай ауылындағы йылы осрашыу быны тағы бер иҫбатланы. Данлы төйәктә уңған, тырыш, ихлас халыҡ йәшәй. Юлдыбайҙарҙың берҙәмлеге «Юлдаш» радиоһы ойошторған «Атайсалға изге эштәр» конкурсында ла асыҡ күренде. Бында йәшәүселәр күмәк көс менән спорт майҙансыҡтары төҙөгән, сик һаҡсыһына һәйкәл ҡуйған.

«Юлдаш»тар менән осрашыуға халыҡ күрше ауылдарҙан ғына түгел, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, яҡын райондарҙан да ашҡынып килгән. Тамашасыларҙың хөрмәте һәм рәхмәте ҡунаҡтарҙы аяғүрә алҡышлап ҡаршы алыуында ла сағылды.

Сараны тыңлаусы һөйөүен яулаған «Теге өсәү» алып барҙы. Йәш йырсы Илнур Рамаҙанов, юлдыбайҙарҙың яҡташы Гөлсөм Бикбулатова менән Гүзәл Юламанова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Резеда Әминева, Радик Динәхмәтовтар дәртле йырҙарын бүләк итте. Залдағылар Салауат Заманов менән Гөлдәр Илмөхәмәтова башҡарыуындағы бейеүҙәрҙе лә ҡайнар алҡыштарға күмде. Ә инде «Яңылыҡтар» бүлеге хеҙмәткәре Салауат Шәмсетдиновтың рухлы шиғырын һәр кемде тетрәнеп тыңланы.

Алып барыусылар тамашасы менән ихлас аралашты, уйындар ойошторҙо, бүләктәр таратты. «Атайсалға изге эштәр» конкурсында, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Юлдыбайҙар шаян, тапҡыр телле алып барыусыларҙың йыр-моңға оҫталығын үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Ә тамашанан йыйылған аҡса ауылды төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк. Киләһе сара 13 майҙа Белорет районы Манышты ауылында үтә.

Венер Фәйзуллин, Гүзәл Зарипова