Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә үткән сарала Башҡортостан ҡала-райондарынан 12 ҡыҙ һынау тотто. Улар үҙ төбәгенең фольклор коллективтары ярҙамында милли йолаларҙы сәхнәләштерҙе. Берәүҙәр балаға исем ҡушыу, ҡаҙ өмәһе кеүек ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырһа, икенселәр йыр-бейеүгә ҡушылып ҡул эштәрен башҡарҙы, сигеү сикте, бәйләм бәйләне.
Ҡыҙҙар милли костюмдарҙа дефилеға ла сыҡты. Сығыштар жюри ағзалары тарафынан баһаланды. Уның һөҙөмтәләре буйынса Алина Рыгалова Гран-приға лайыҡ булды. Өфө ҡыҙы Ҡаҙанда үтәсәк Халыҡ-ара конкурсының һайлап алыу турында ҡатнашасаҡ.