«Рәсәйҙең иң яҡшы таксисы» төбәк конкурсы Республиканың транспорт министрлығы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ярҙамы менән бишенсе йыл үткәрелә. Быйыл да төбәк этабына үткән 15 водитель Өфө автодромына йыйылды. Пассажир ташыуҙа Һөнәри тәжрибә, таксист һөнәрен популярлаштырыусы сара хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Һауа, тимер юл транспорты ярҙамында Башҡортостанға тәүге тапҡыр килеүсе ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусы таксист киң мәғлүмәтле һәм үҙ эшенең оҫтаһы булырға тейеш. Теоретик өлөштө уңышлы үткән ун биш таксист араһында Иглин районында йәшәүсе Рим Ғилмийәнов та бар. Баш ҡаланың пассажирҙар ташыусы шәхси кампанияларының береһендә эшләүсе быға тиклем ауыр йөк ташыусы водителдәр конкурсында ҡатнашҡан. Таксистар ярышында беренсе тапҡыр.
Тәжрибәле таксистарға тығын, тар урамдар аша хәрәкәт итеү ауырлыҡ тыуҙырмай. Улар ниндәй шарттарҙа ла юғалып ҡалмаҫҡа тейеш. Был майҙанда 15 водитель судъялар алдында оҫталығын иҫбатланы. «Рәсәйҙең иң яҡшы таксисы» конкурсы төбәк этабын ойоштороусыларҙың конкурсанттарға талаптары ла үҙенсәлекле.
Таксист һөнәре Рәсәйҙә тейешенсә баһаланмаған. Был һөнәр хатта, кадҙар исемлегендә лә юҡ. Әммә юл йөрөүселәрҙең һәр береһе уңайлы шарттар талап итә, пассажир ташыусы таксистарға ла талаптар арта.
Руль артындағы таксист кеше ғүмере һәм хәүефһеҙлеге өсөн дә яуап бирә. Пассажирҙар ташыусының хаталарың юл ғәфү итмәй.
Йылан фигураһын, 90 градусҡа боролош, паралель парковка, туҡтау һыҙығы аша стакандағы һыуҙың тамсыһын да сайпылтмай үтеү. Кире осраҡта еңеүгә ышаныс кәмей. Ярыш майҙанында автомобиль менән идара итеү еңелдән булмаһа ла, Альберт Дусеев кеүек 20 йыллап тәжрибә булғанда еңел бирелә.Тап Альберт Дусеев 74 балл йыйып, беренсе урын яуланы. Тиҙҙән ул Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Практик өлөштә профессиональ таксистар 6 төрлө һынау аша үтте. Теоретик өлөштә Өфө урамдарын, тыҡрыҡтарын, тарихи урындарҙы, ер-һыу атамаларын ҡанундарҙы белеү төп шарт ине.
Гүзәл Борханова