Өфөлә кадеттар балы ойошторолдо

Рус драма театры майҙаны баш ҡаланың Октябрь районынан 120 үҫмерҙе берләштерҙе. Районда хәрби йүнәлештәге 7 мәктәптә 400-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Быуаттар төпкөлөнән килгән сағыу байрам баш ҡалала өсөнсөгә ойошторола. Ваҡиға урынынан БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Бал - һәр саҡ мөғжизәле, сағыу байрам. Бер нисә быуат дауамында илдә ойошторолған сара бөгөн Өфө кадеттарын бер майҙанға йыйҙы. Бал бейеүҙәре кадет мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Физик әҙерлектән тыш, һәр офицерға был оҫталыҡҡа эйә булыу мотлаҡ. Йолаға ярашлы, байрамда ҡатнашыусылар ыҫпай итеп кейенгән: егеттәр парад формаһында, ә ҡыҙҙарға махсус рәүештә сағыу күлдәктәр тегелгән.

Вальс, полонез, кадриль. Был кадеттар өйрәнгән бейеүҙәрҙең бер өлөшө генә. Көйҙөң дә тейешлеһе һайланған: парҙар өсөн Чайковский, Шостакович кеүек бөйөк композиторҙарҙың әҫәрҙәре уйналды. Ай дауамында барған репетициялар арҡаһында дәрестәрҙе лә ҡалдырырға тура килде, ти кадеттар.

Батшалар заманында балдар эстетик зауыҡ, юғары тәрбиәле тәртип өлгөһө булып торған. Йөҙҙөн ашыу кадет ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла ошо мөхиткә сумды. Аҫыл манералар, һалмаҡ хәрәкәттәр, аҡ бирсәткәләр береһен дә битараф ҡалдырманы. Сағыу байрам үҫмерҙәр хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина