Интеллектуаль уйында республика район-ҡалаларынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 160 кеше һынау тотто. Иң йәш ҡатнашыусыға биш, иң өлкәненә - 82 йәш ине.
Турнир 9 этапта уҙғарылды, һәр партияға унар минут аҡт бүленде. Еңеүселәргә диплом, миҙалдар, аҡсалата сертификат һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Сараны Килдебай Сөләймән улының туғандары, һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары тарафынан ойошторолдо.