Өфөлә республика фермерҙарының продукцияһын туплаған «Фермер утрауы» асылды

Экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы тауарҙарҙы берләштергән сауҙа нөктәһендә меңдән ашыу тауар урын алды. Кәштәләрҙә ҡымыҙ, ҡорот, ҡаҙы, һөт, ит, емеш-еләк, деликатестар һәм ярым фабрикаттар тәҡдим ителде. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килтерелгән ризыҡтарҙы һатыу нөктәһе Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы гранты ярҙамында асылған.

Быйыл Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» проекты сиктәрендә үҙ эшен башлаусыларға 700 млн һум аҡса бүленгән. Ярҙам программаһы менән файҙаланып урындағы эшҡыуарҙарға ҡоролмалар һатып алырға, льготалы кредит юлларға мөмкин.