Бөгөн иртән Күгәрсен һәм Белорет райондарында ике урман янғыны булған. 7 гектар ер зыян күргән. Ут һүндерелгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип 15 майға тиклем була. Был көндәрҙә усаҡ яғыу, сүп яндырыу тыйылған.