Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумда төрлө илдәрҙән эшҡыуар, инвестор, эксперт, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. V юбилейлы инвестиция һабантуйында 20-нән ашыу сара уҙғарыла. Унда Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес мөхит булдырыу, инвестициялар йәлеп итеү, шулай уҡ экология, туризм, транспорт мәсьәләләре ҡарала. Мәҙәни программа Хәйбулла районында була. Сибайҙа “Урал аръяғы” форумы 2019 йылдан ойошторолоп килә. Ошо ваҡыт эсендә 282 миллиард һумлыҡ 100-ҙән ашыу килешеү төҙөлдө.