Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, сквер, парк, ихата, яр буйҙары һәм йәйәүлеләр һуҡмаҡтары төҙөкләндерелә. Әле республикала “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса тауыш биреү бара. Халыҡ ауыл һәм ҡалаларҙа тәртипкә килтерелергә тейеш биләмәләрҙе һайлай. Ремонт өсөн федераль, төбәк һәм муниципаль ҡаҙналарынан аҡса бүленә.