Башҡортостан табиптары ауыл халҡының һаулығын тикшерә

Райондарҙа мобиль флюорограф, маммограф, күсмә фельдшер-акушер пункттары һәм диагностика үҙәктәре эшләй. Табиптар бөгөн Белорет районының Инйәр ҡасабаһында , Дыуандың Арый ауылында, Бөрөнөң Бахтыбай, Бүздәктең Уран, Ауырғазының Мостафа, Иглиндең Кәлтә ауылдары  халҡын ҡабул итә. “Сәләмәтлек поездары”ның эш теҙмәһе менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.