«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторған тамашаны БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина барып күрҙе.
«Тамыр» телеканалының республика балалары өсөн ойошторған байрамы быйыл Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды. Концерт алдынан социаль селтәрҙә «Яратҡан уҡытыусыма» тип исемләнгән иншалар конкурсы иғлан ителгәйне. Башҡортостан белем усаҡтарынан барлығы йөҙҙән ашыу ижади эш ҡабул ителә. Уларҙың бишәүһе иң яҡшыһы тип табыла. Еңеү яулаған уҡыусыларға үҙҙәренең педагогтары менән оло сәхнәгә күтәрелеү, иҫтәлеккә бүләктәр алыу бәхете эләкте.
Байрам концертын «Тамыр» телеканалының йыр студияһы, «Сулпылар» конкурсы еңеүселәре, республиканың билдәле йыр-бейеү ансамблдәре сығыштары биҙәне. Мәҙәни сарала телгә, тыуған илгә һөйөү ҙә белдерелде.
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалын рух һәм күңел тәрбиәһе өләшкән белем усағына тиңләргә мөмкин. Концерт өсөн махсус рәүештә ун ике яңы йыр яҙылған. Һәр ижад емеше артында оло хеҙмәт ята.
Концертҡа тамаша ҡылған кескәй тамашасылар ҙа оло сәхнәлә сығыш яһаған йәш артистар менән бергә ҡушылып йырланы, бейене. Шул уҡ ваҡытта фойела ҡунаҡтар өсөн күңел асыу программаһы, фотозоналар эшләне.
Гөлназ Хәйбуллина