Башҡортостанда «Рәсәй балалары» профилактик акцияһы дауам итә

Бөтә Рәсәй акцияһы Иглин ауылы Йәштәр үҙәгендә уҙҙы. Район педагогтары, студенттар һәм уҡыусылар йәмғиәттәге тәртип, наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыуға кире ҡараш тыуҙырыуҙың мөһимлеге тураһында фекер алышты. Профилактика рәүешендә социаль театртренинг уҙғарылды.

Алпамыш йәштәр үҙәгендә бындай йүнәлештәге саралар йыш уҙғарыла. Уҡыусылар Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандары алдынан психологик әҙерлек тә үтә.

Ксения Ғәлиева, «Алпамыш» йәштәр үҙәге социаль педагогы