Хәйбулла районында кинорежиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Килмәмәтов төшөргән «Йыраусы-сәсәниә Асия Ғәйнуллина» документаль фильмының исем туйы үтте. Кинотаҫма билдәле фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Рәсәй күңеле» премияһы лауреаты, «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбенә нигеҙ һалыусы Асия Солтан ҡыҙының тынғыһыҙ эшмәкәрлегенә арналған. Документаль фильмды тәүгеләрҙән булып уның туғандары, һабаҡташтары, ижадын яратҡан яҡташтары ҡараны.
Үҙешмәкәр артистар сәсәниә ижад иткән һамаҡ- таҡмаҡтар, ҡобайырҙар менән сығыш яһаны. Асия Ғәйнуллина милли кейемдәр, биҙәү-ҡулланма сәнғәтте тергеҙеү йүнәлешендә лә һөҙөмтәле эш алып бара. Фойела ойошторолған күргәҙмәлә оҫта һәм уның уҡыусыларының ижады менән яҡындан танышырға мөмкин ине.