Өфөлә яҙғы саҡырылышта хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың тәүге партияһы оҙатылды

Башҡортостандан 120 кеше Мурманск, Симферополь, Мәскәү өлкәһендәге һауа-йыһан көстәрендә һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәйәсәк. Ватан һағына баҫыусыларҙың күбеһе урта махсус белемле. Һөнәргә эйә егеттәр хеҙмәт итеүҙе мөһим бурысы һанай. Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә биш мең ярымдан ашыу егет алынасаҡ. Кампанияһы 15 июлгә тиклем дауам итә.