Бөгөн - радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө

Теүәл 37 йыл элек Советтар Союзының иң ҡеүәтле Чернобыль атом электр станцияһында көслө шартлау яңғырай. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Башҡортостандан 12 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Бөгөн Өфөлә Октябрҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалынды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Октябрҙең 50 йыллығы скверында ҡуйылған тарихи фотоһүрәттәр сараға килеүселәрҙең береһен дә битараф ҡалдырманы. Улар ярҙамында Чернобыль атом электр станцияһы фажиғәһе ап-асыҡ күҙ алдына баҫа. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың йөҙөндә етдилек, тулҡынланыу, күҙ йәштәре...

1986 йылдан 1990 йылға тиклем Чернобыль атом электр станцияһы зонаһында эшләүгә Советтар Союзы республикаларынан 800 меңдән ашыу кеше - ғалимдар, белгестәр, эшселәр, хәрби хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителә. Башҡортостандан ғына 12 меңләп кеше Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүгә ебәрелә. Йылдар үтһә лә яралар уңалмай.

Бөгөн радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнөндә Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашыусылар, уларҙың тол ҡатындары, балалары сираттағы тапҡыр кешелек тарихындағы афәтте хәтергә алды. Үҙ ғүмерен, сәләмәтлеген аямаусыларға хөрмәт күрһәтте.

Азат Ғәлиуллин