Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрит Гәрәев хәрби иҫтәлектәре менән бүлеште

Тылдағы хеҙмәттән фронт һыҙығына. Ҡариҙел районында тыуып-үҫкән Фәрит Гәрәев 1944 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Грозныйҙағы хәрби авиация училищеһын тамамлағандан һуң фашистик көстәргә ҡаршы көрәшкә баҫа, артабан Алыҫ Көнсығышта хеҙмәтен дауам итә. Бөгөн Благовещен районында әүҙем йәмәғәт эше алып барған ветеран менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Яу юлын оноторлоҡ түгел... Фәрит Гәрәев Бөйөк Ватан һуғышы тамамланырға бер йыл ҡалғас 17 йәшендә үҙ теләге менән хеҙмәткә алына. Тиҙәйтелгән курстарҙа осоусы-штурмовик һөнәрен үҙләштереп, һауала ил тыныслығы өсөн яуаплы була. Сал сәсле яугир парашюттан һикергән мәлдәрҙе айырыуса хәтерендә ҡалдырған. Бөгөн дә үҙен хәрбиҙәрсә ғорур тота.

Фронт һыҙығында ул хәрби часть составында фашистик Германияға ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә. 9 май - Еңеү көнөн Сахалин утрауында ҡаршы алған.

Әммә һаҡҡа алынған килеш оҙаҡ ултырырға тура килмәй. Бер сәғәттән иреккә ебәрелә. Күп тә үтмәй Сахалиндың көньяҡ өлөшөн һәм Курил утрауын япондарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Тыуған яҡҡа иһә хәрби хеҙмәт тулыһынса тамамланғас, 1955 йылда ғына ҡайтарыла. Сирек быуаттан ашыу Ҡариҙел, Балаҡатай, Благовещен райондарында ауыл хужалығы предприятиеларын етәкләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, әүҙем йәмәғәт эше алып барған, мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашҡан. Ирекмән Ғәйнислам Вәлиев билдәлдәүенсә, Фәрит Кәбир улы үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.

Ике айҙан Фәрит Гәрәев 96 йәшен билдәләй. Сәғәт телдәре алға йүгергән кеүек ветеран да тик ултырырға яратмай. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, ғүмеренең һәр секундын файҙалы үткәрергә тырыша.

Гөлназ Хәйбуллина