Башҡортостанда йәнә бер мәғариф проекты тормошҡа ашырыла

Федераль программа коррекция мәктәптәре өсөн махсус белгестәр әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уның сиктәрендә Өфөнөң 92-се коррекция мәктәп-интернатында Башҡортостандың мәғариф министрлығы белгестәре Мәскәү дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты.

Пилот проект буйынса беҙҙең республикаға ебәрелгән 9 студент Өфөнөң алты коррекция мәктәбендә булып, эш тәжрибәһен өйрәнде. Һөҙөмтәләр барланды, кадрҙар мәсьәләһе, мәғариф системаһы һорауҙары тикшерелде.