Гөлфиә Юнысова менән Башҡортостан милли музейында үҙенсәлекле осрашыу үтте

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова ижады менән танышырға Өфөнөң 8-се мәктәбе, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары йыйылды. Гөлфиә Юнысова 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районы Һарыш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Тәүге шиғырҙарын ул уҡырға барғансы яҙып, ҡусты-һеңлеләре алдында сығыш яһай. Мәктәптә саҡта тәүге шиғырҙары матбуғатта донъя күрә. Студент йылдарында иһә кескәйҙәр өсөн «Миңә бары өс кенә», «Зәңгәр тубым» шиғри йыйынтыҡтарын баҫтыра.

75 йәшлек ғүмер байрамын яҙыусы 500-ҙән ашыу йыр авторы булараҡ ҡаршылай. Шиғырҙары 25 телгә тәржемә ителгән, 6 йыйынтығы рус телендә донъя күргән. Әҙибәнең әҫәрҙәрен Татарстан менән Ҡарағалпаҡстанда ла яҡшы беләләр. Балалар яҙыусыһы, журналист, баш мөхәррир, депутат... Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының исеме «Рәсәйҙең арҙаҡлы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысва шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар шлягерға әйләнеп, халыҡ араһында киң танылыу алған.