Бөгөн Даян Мурзин исемендәге батальон яугирҙарын хәрби әҙерлек пункттарына оҙатыу тантанаһы үтте

Төбәктә ойошторолған 4-се ирекле батальон хәрбиҙәрен яҡындары һәм ғаиләләре Өфөлә Совет майҙанынан оҙатты. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Рәсәй оборона министрының беренсе урынбаҫары Руслан Цаликов ҡатнашты. Хәрби әҙерлек пунктында күнекмәләр үткәс Даян Мурзин исемендәге батальон хәрбиҙәре махсус операция биләмәһенә юлланасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ышаныслы аҙымдар һәм илһөйәрлек тойғоһо менән. Даян Мурзин исемендәге ирекле батальон яугирҙары хәрби бурысын үтәргә юллана. Республика район-ҡалаларынан йыйылған ир-егеттәр араһында төрлө милләт, төрлө йәштәге һалдаттар. Улар араһында 60 йәшен тултырған хәрбиҙәр ҙә бар, сөнки Даян Мурзин исемендәге батальон составына инеү 65 йәшкәсә рөхсәт ителә.

Ир-егеттәрҙең күбеһе быға тиклем армияла хеҙмәт иткән. Хәрби тәжрибәһе булған, ҡыҙыу бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙар ҙа байтаҡ. Һалдаттарҙың ғаилә ағзалары хәрбиҙәрҙе ышаныс һәм еңеүгә өмөт менән оҙатты.

Даян Мурзин исемендәге батальон яугирҙарын хәрби әҙерлек нөктәләренә оҙатыу сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Рәсәй оборона министрының беренсе урынбаҫары Руслан Цаликов ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе яугирҙарға рәхмәт белдереп, егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Оҙаҡламай махсус операция биләмәһендә ике меңдән ашыу яугирҙы берләштергән башҡорт полкы ойошторолор тип көтөлә. Яңы хәрби частҡа батальондарҙағы һалдаттар тупланасаҡ.

Яҡын кешеләр һәм ғаиләләр менән хушлашыу минуттары ни тиклем ҡатмарлы булһа ла ир-егеттәрҙе хәрби бурыстар көтә. Шуға ла һалдаттар йөрәк ҡушыуы буйынса Ватанды һаҡлау өсөн юлға сыҡты.

Даян Мурзин исемендәге батальон яугирҙарын хәрби әҙерлек пунктына оҙатҡандан һуң Игорь Комаров, Радий Хәбиров һәм Руслан Цаликов республика идара итеү үҙәгендә эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Осрашыуҙа хәрби хеҙмәткәрҙәргә - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Флорида Ким