«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә 40 йыл!

1983 йылда Баймаҡ ҡалаһында нигеҙ һалынған халыҡ ансамбле 29 апрелдә үтәсәк юбилей концертына әҙерләнә. Ҙур тамаша төрлө йылдарҙа ансамблдә бейегән сәхнә оҫталарын бергә йыясаҡ. тамашасы һөйөүен яулған коллектив хаҡында киләһе яҙмала.

«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ‐ Баймаҡ районының йөҙөк ҡашы. Улар “Ҡарауанһарай”, “Ҡара юрға”, “Колхоз йәштәре” һәм башҡа бихисап бейеүҙәре менән тамашасы күңелен яулап ҡына ҡалмай, ә бар республикаға таныта. 1983 йылда төрлө ойошмаларҙан, колхоз‐совхоздарҙан бейеүгә һәләте булған йәштәрҙе туплап ойошторолған коллектив 1989 йылда халыҡ исемен ала. Германия, Италия, Бельгия сәхнәләрендә сығыш яһау бәхетенә лә эйә була Ирәндектәр.

“Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбеленең данын күтәреүҙә бихисап бейеүҙәр авторы Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, бейеүсе, балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙиндың өлөшө ҙур. Уның етәкселегендә һалынған бейеүҙәрҙе Ирәндектәр бөгөн дә яратып башҡара. Әсҡәт Нурмөхәмәтовҡа тәғәйенләнгән “Игзаков”тың да 40 йыл сәхнән төшмәүе күпте һөйләй.

Башҡорт халҡының йолаларын, милли йөҙөн, булмышын һаҡлаған коллектив әлә лә уңышлы эшләп килә. Уны бөгөнгө көндә йәш, талантлы бейеүсе Наил Шәйәхмәтов етәкләй, бала саҡтан ул да тап ошонда тәрбиәләнә. Ансамбль, унда шөғөлләнеүселәр йыл һайын “Байыҡ” республика конкурсында ҡатнашып призлы урындар яулай, районда үткән төрлө мәҙәни сараларҙың биҙәге булып тора.

Ҡасандыр 16‐17 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең бөгөн олпатланған, әммә бейеүгә булған һөйөүҙәр һис кәмемәгән, таныш көйҙө ишетеү менән өйрәнелгән хәрәкәттәр үҙенән‐ үҙе иҫкә төшә. Юбилей концертында ҡасандыр “Ирәндек” ансамбеленең репертуарында булған һәм бөгөнгө көндә башҡарған бейеүҙәрҙе тамашасыларға ҡабаттан күреү мөмкинлеге буласаҡ.

Раушания Рәхимова